6 декабрь, Шишәмбе

03 февраль 2011 йыл, 16:21

Республикала бүре һәм төлкө тиреләрен йыйыу иғлан ителде

автор: Светлана Ғәфүрова

Быйыл мартта Башҡортостанда бүре һәм төлкө тиреләрен йыйыу иғлан ителде. Йәнлектәрҙе атып алыу республика биләмәһендә ҡырағай йыртҡыс хайуандарҙың иҫәбен көйләү һәм ҡотороҡ ауырыуы менән көрәш маҡсатында үткәрелә.

Бүре тиреһе өсөн һунарсылар 5000 һум күләмендә премия аласаҡ, ә төлкө тиреһе 500 һумға баһаланған, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был саралар «Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» айырым маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә финанслана.

Әлеге ваҡытта һунарсыларҙан тиреләр ҡабул итеү менән шөғөлләнәсәк ойошманы билдәләүгә конкурс иғлан ителгән.

Өҫтәмә мәғлүмәтте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтынан алырға мөмкин: www.mprrb.ru

темалар: һунар, тәбиғәт