6 декабрь, Шишәмбе

03 февраль 2011 йыл, 16:15

Башҡортостанда ислам академияһы буласаҡ

автор: Марина Шумилова

— Башҡортостандан бер төркөм студенттар артынан самолет ебәреү республикала исламға уҡытыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү зарурлығын күрһәтте, — тине 3 февралдә үткән матбуғат конференцияһында БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов.

Бөгөн Мысырҙан алып ҡайтылған студенттарҙың күбеһе «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында уҡый. Был университет һуңғы ваҡытҡа тиклем теләүселәрҙең барыһын да ҡабул итте, шуға күрә исламды тәрән өйрәнергә ынтылыусы йәштәр араһында айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Сит илдә уҡытыу был өлкәлә Рәсәйҙә юғары квалификациялы уҡытыусылар етешмәүе менән дә аңлатыла. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан властары, БР мосолмандарының Диниә назараты менән килешеп, республикала ислам академияһы ойошторорға ниәтләй, унда уҡытыу өсөн сит илдән белгестәр ҙә саҡырыласаҡ.  

— Шул рәүешле беҙ сит ил ислам университеттарына тулы хоҡуҡлы альтернатива булдырасаҡбыҙ, Ҡөрьәнде иң юғары кимәлдә өйрәнеү мөмкинлеге ойошторасаҡбыҙ, — тип билдәләне Аббас Ғәлләмов.

темалар: дин, мәғариф