Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ауылдарҙа яңы балалар баҡсалары асыла

Йәмғиәт

Иҫке Туймазы ауылы – Туймазы районы муниципаль районының иң ҙур тораҡ пункттарының береһе. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәдис Вәлиәхмәтовтың әйтеүенсә, бында — 1300-ҙән ашыу, ә ауыл биләмәһендә 2 мең самаһы кеше йәшәй. Ауыл йәштәре әүҙем ғаилә ҡора, дәүләт ярҙамы, тәү сиратта, «әсәлек капиталы» һәм ташламалы кредиттар арҡаһында, бәләкәй ватанында үҙ йорттарын һала. Тыуым арта. Йыл һайын ауылда 20-ләп бала яҡты донъяға килә. 1974 йылда төҙөлгән 35 урынлыҡ балалар баҡсаһы бығаса 67 баланы ҡабул итергә мәжбүр булған. Ләкин урындар барыбер етмәй. Бынан ары Иҫке Туймазыла балалар баҡсаһына сираттар булмаясаҡ. Көн элгәре унда 110 урынға иҫәпләнгән кирбестән һалынған ике ҡатлы яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Тәүгеләрҙән булып бәләкәй төркөм балалары өй туйланы. Аҙна дауамында урта һәм өлкән әҙерлек төркөмө балалары ла бында күсереләсәк. Уларға уңайлы шарттар булдырылған: музыкаль һәм спорт залдары, медицина блогы һәм цехтары менән туҡланыу блогы бар. Был мөһим социаль объект республика ҡаҙнаһынан финансланған. Ә бына бинаны проектлауҙы, уҡытыу-тәрбиәләү процесында кәрәкле бөтөн әйберҙәр менән йыһазландырыуҙы урындағы эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә алған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть