Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Республика милиционерҙары Баҡсан ГЭС-ынан ҡайтты

Йәмғиәт

Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Дағстандан өс айлыҡ командировканан ҡайтты. Төньяҡ Кавказда Башҡортостан милиционерҙары Баҡсан ГЭС-ын һаҡланы. Гидроҡоролмала 2010 йылдың сентябрендә булып үткән теракттан һуң Рәсәй Эске эштәр министрлығы мөһим стратегик объекттарҙа һаҡты көсәйтергә ҡарар иткәйне. Башҡортостан милиционерҙары беренсе булып «дежурға» сыҡты.

Урындағы милиция менән бергә өс ай дауамында улар гидроэлектростанцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итте, бындағы хәлдәр торошон күҙәтте, берлектә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашты.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, милиционерҙар Дағстандан ГЭС етәкселегенең рәхмәт хаттары менән ҡайтҡан. Командировканан ҡайтыусыларҙың барыһы ла реабилитация курсы үтәсәк һәм ялдан һуң ғына үҙ бурыстарын үтәүгә тотонасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть