3 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2011 йыл, 14:40

Республикала «сусҡа» киҙеүенән тағы ла бер үлеү осрағы теркәлгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда «сусҡа» киҙеүенән тағы ла бер үлеү осрағы теркәлгән. Был юлы Яңауылдан 43 йәшлек ҡатын A (H1N1) юғары патогенлы вирусы ҡорбаны була.

Яңауыл хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ҡатын Үҙәк район дауаханаһына «киҙеү» диагнозы менән һалына. 1 февралдә ул вафат була.

Хакимиәттән асыҡлауҙарынса, ҡатын әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барған һәм туберкулезға ҡаршы диспансерҙа иҫәптә торған.  

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында, был – төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы компетенцияһында тип һылтанып, мәғлүмәткә бер ниндәй ҙә анализ бирмәнеләр.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ла әлегә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәнеләр.  

темалар: киҙеү