4 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2011 йыл, 14:15

Кохлеар имплантация артабан үҫтереләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда 2011-2013 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация» республика маҡсатлы программаһы эшләнәсәк. БР Хөкүмәтенең был турала бойороғона республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәт матбуғат хеҙмәтенән.

Быға тиклем ғәмәлдә булған 2008-2010 йылдарға «БР-ҙа кохлеар имплантация» Президент программаһы 193 балаға ишетеү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итте. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән 128 бала кохлеар имплантациянан һуң реабилитация үтә, тағы 1235 бала күҙәтеүгә алынған.  

Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән яңы проект һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан камиллаштырыуға, шул иҫәптән яңы тыуған сабыйҙарҙы 95 процент күләмендә аудиологик скрининг менән солғап алыуға һәм ҡуйылған кохлеар импланттарҙың 100 процент эшләүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Белешмә өсөн:

Халыҡ-ара статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уртаса алғанда, яңы тыуған 1000 сабыйҙың берәүһе тоталь һаңғыраулыҡ менән яфалана. Бынан тыш, йоғошло ауырыуҙар үткәреү, имгәнеү һөҙөмтәһендә 1000 баланың берәүһе ғүмеренең тәүге йылдарында һаңғырау ҡала.  

Проблеманы хәл итеүҙең берҙән-бер юлы булып ишетеү протезы ҡуйыу юлы менән реабилитациялау тора, шул иҫәптән махсус ярҙамдың юғары технологик төрө — кохлеар имплантация яһап, унан һуң оҙаҡ ваҡыт ишетеү-телмәр реабилитацияһы үткәрелә. Ишетеү һәләте боҙолған баланы телмәргә өйрәтеү уға тауыштар ишетелгән донъяға яраҡлашыу һәм һуңынан тулы белем алып, эшкә урынлашыу, йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыу мөмкинлеге бирә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау