Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ

Сәйәсәт

3 февралдә Кировта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ил төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрә.

Кәңәшмәлә вице-премьер Александр Жуков, төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин, Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Эльвира Нәбиуллина, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, төбәктәр етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша.

Кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең төбәк программаларын һәм 2015 йылға торлаҡты сафҡа индереү күләмдәрен 1,5 тапҡырға арттырыу перспективаларын тикшереү планлаштырыла, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть