11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2011 йыл, 9:47

Башҡортостанда гипс ҡатырғаһы етештереү буйынса завод төҙөлөшө тергеҙеләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

“Сен-Гобен” концерны республикала гипс ҡатырғаһы етештереү буйынса завод төҙөлөшөн яңыртырға ниәтләй. 8 февралдә компания дөйөм күләме 80 миллион евро тәшкил итәсәк инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға әйләнеп ҡайтыуҙы планлаштыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылдың мартында компания БР Хөкүмәте менән гипс карьерҙары һәм гипс ҡатырғаһы етештереү заводы төҙөү һәм уны эшкә ҡушыу буйынса ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйғайны.

“Сен-Гобен” концерны тарафынан геологик өйрәнеү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында аукцион аша Вотикеев гипс участкаһы ҡатламдарынан файҙаланыу хоҡуғына лицензия алынды.

2008 йылда компания завод һәм Вотикеев гипс карьеры төҙөү проекты буйынса проектҡа тиклемге эштәрен тормошҡа ашырҙы, шулай уҡ Антонов гипс участкаһы ҡатламдарын файҙаланыу хоҡуғына лицензия алынды.

2009 йылда Өфө районының Рус Юрмашы ауылы эргәһендә завод өсөн участка алынды, Антонов һәм Вотикеев участкаларында геология-разведкалау эштәре үткәрелде.

Үкенескә күрә, донъя финанс көрсөгө эҙемтәләре арҡаһында “Сен-Гобен” проектты финанслауҙы туҡтатып торҙо. Хәҙер компания 140 миллион һумға яҡын аҡса һалынған инвестиция проектын дауам итергә ниәтләй. Планлаштырылған инвестиция 80 миллион евро тәшкил итә. Проектты тормошҡа ашырыу 200-гә яҡын эш урыны булдырасаҡ, планлаштырылған заводтың проект ҡеүәте йылына 30 миллион квадрат метр гипс ҡатырғаһы тәшкил итәсәк.

“Сен-Гобен” концерны быяла, быяла һауыт һәм төргәктәр, төҙөлөш продукцияһы (йылылыҡты һәм тауышты изоляциялау, гипсҡатырғаһы һәм гипс ҡатнашмалары, төҙөлөш иретмәләре, торбалар, сайдинг), юғары технологиялы материалдар (керамика, пластмасса, абразивтар) етештереү, шулай уҡ төҙөлөш материалдары дистрибуцияһы буйынса донъяла алдынғы урындарҙы биләй.