Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда каркаслы йорттар төҙөлөшө үҫтереләсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында күп ҡатлы каркаслы йорттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте. Унда күп ҡатлы каркас йорттар төҙөлөшө элементтарын етештереү буйынса заводтар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре һәм төп заказсы-төҙөүселәр ҡатнашты.

— — Республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәге төҙөлөш комплексы алдына етди бурыстар ҡуйҙы, – тине дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов. – Мәҫәлән, республика торлаҡ төҙөлөшө программаһына ярашлы беҙ 2015 йылға – 3700 мең квадрат метр, ә 2020 йылға 5200 мең квадрат метр кимәленә сығырға тейешбеҙ. Йәғни киләһе ун йыл эсендә бөгөнгө күрһәткестәрҙе икеләтә арттырыу талап ителә. Заманса фәнни-техник эшләнмәләрҙе ғәмәлгә индермәйенсә һәм төҙөлөш процесын мөмкин тиклем индустриалләштермәйенсә был бурыстарҙы үтәү мөмкин түгел. Төҙөлөштә ҡулланылған яңы технологиялар беҙгә сығымдарҙы кәметергә, сафҡа индерелгән торлаҡ сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала индустриаль эре панелле йорттар төҙөүҙе – “Эре панелле йорттар төҙөү” тресы, ә каркаслы йорттар һалыуҙы “Каркас” төҙөлөш-монтаж комплексы тормошҡа ашыра. Уларҙа проект һәм төҙөлөш ойошмалары бар. Башҡортостанда каркаслы йорттар һалыу системаһы әлегә тейешенсә үҫешмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республиканың төрлө ҡалаларында ошондай 15 йорт һалынған.

“Башинвест” компаниялар төркөмө “Промтехстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Торлаҡ төҙөлөшө фонды объектында эш башланы. Унда каркас технологияһы буйынса тәжрибә рәүешендә тәүге йорт төҙөлә. Яҡынса иҫәп-хисаптар буйынса уның 1 квадрат метры коммуникацияларға сығымдарҙы иҫәпкә алып, 22-23 мең һум тәшкил итәсәк.

Каркас йорттар һалыу элементтарын етештереү ҡеүәте (ул “Промтехстрой” йәмғиәтендә урынлаштырыласаҡ) йылына 250 мең квадрат метр торлаҡ тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть