8 декабрь, Кесе йома

03 февраль 2011 йыл, 11:40

Мутко сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса конкурста еңеү менән ҡотланы

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә Рәсәй Федерацияһы спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутконан хат килде.

Хатында ул республика башлығын Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында сәләмәт йәшәү рәүешен һәм физик культураны иң яҡшы ойоштороуға Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе менән ҡотлаған.  

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был конкурс 2010 йылда тәүге тапҡыр үткәрелә. Ул сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны пропагандалау, тәжрибә уртаҡлашыу, халыҡты физик культура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙең яңы һөҙөмтәле формаларын эҙләү мәсьәләләрен асыҡ тикшереүҙә ҡатнашҡан Рәсәйҙең 35 субъекты өсөн үҙенсәлекле профессиональ майҙансыҡ булып тора.

— Башҡортостан Республикаһында сәләмәт йәшәү рәүешен һәм физик культураны пропагандалау буйынса эште яҡшы ойошторғандары, намыҫлы хеҙмәт, яуаплылыҡ өлгөһө күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерергә теләйем, — тиелә Виталий Мутконың хатында.