4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2011 йыл, 11:37

Башҡортостанда социаль торлаҡҡа ер бүлеү схемалары ҡараласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда яңы торлаҡты сафҡа индереүҙең планда билдәләнгән күләменә өлгәшеү өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты төбәктәге эре ҡалаларҙа комплекслы төҙөлөштәр алып барыу бурысын ҡуя. Бының өсөн торлаҡ төҙөүгә ер участкалары бүлергә, уларҙы юл һәм инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итергә, киләһе тиҫтә йылға план билдәләргә кәрәк.

Яңыраҡ дәүләт комитетындағы кәңәшмә барышында торлаҡ йорттар төҙөүселәр менән уларҙың элементтарын етештереүселәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға ҡамасаулаған төп проблемалар тикшерелде. Етештереүселәргә продукцияның ниндәй ассортиментына ихтыяж булыуын һәм уның күләмен асыҡлау ҡыйынға төшә. Ошондай мәғлүмәттәр булмай тороп, етештереүҙе реконструкциялауға инвестициялар йәлеп итеү буйынса бизнес-пландар төҙөү, яңы технологик линиялар һатып алыу һәм оҙайлы программаға иҫәп тотоу хәүефле. Ә инвесторҙар, үҙ сиратында, сығарылған продукцияны һатыу гарантияһына эйә булырға тейеш.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидәрис Бағаев әйтеүенсә, эштә һыналған эре төҙөүселәр перспективаға планлаштырыуҙа ҡыйынлыҡтар кисерә, сөнки биләмәлә комплекслы төҙөлөш алып барыуға бүленгән ер участкалары буйынса сауҙалашыуҙа тап үҙҙәре еңеп сығасағына ныҡлы ышанмай. Шуға күрә потенциаль заказсы булған төҙөүселәргә күмәк социаль торлаҡ өсөн ер участкалары бүлеү механизмын булдырыу мәсьәләһе тыуа. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты яҡын арала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, шулай уҡ республикалағы эре ҡала хакимиәттәре вәкилдәрен саҡырып, ошо темаға бер нисә кәңәшмә үткәрәсәк һәм проблеманы хәл итеү юлдарын билдәләйәсәк.