7 декабрь, Шаршамбы

03 февраль 2011 йыл, 11:14

Салауат нефтехимиктары Японияла стажировка үтте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре Японияла ике аҙналыҡ стажировка үтте. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул Японияның Toyo Engineering Corporation компанияһы менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә JCCP (Japan Cooperation Center, Petroleum) халыҡ-ара стажировкалар программаһы буйынса ойошторолған.  

Toyo Engineering Corporation компанияһының туранан-тура ҡатнашлығында «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте карбамид грануллау ҡоролмаһы төҙөлөшө буйынса күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Компаниялар менән 2009 йылдың июлендә Салауатта ҡул ҡуйылған лицензиялы килешеүгә ярашлы, Toyo Engineering Corporation Салауат нефтехимия комплексына үҙенең грануллы карбамид етештереү буйынса технологияһы менән файҙаланыуға хоҡуҡтарҙы һәм ҡоролма төҙөлөшө буйынса база проекты пакетын бирҙе.

Стажировка дауамында «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре нефтехимия өлкәһендә заманса проекттарҙы бойомға ашырыу, инжиниринг һәм проекттар менән идара итеү программалары буйынса белем алды. Атап әйткәндә, улар проект-менеджмент, технология процестары менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары эше буйынса курстар тыңлаусылары булды.

Японияға визит программаһына үҙенең нигеҙендә стажировка ойошторған Toyo Engineering Corporation компанияһының нефть эшкәртеү производстволарын ҡарау, шулай уҡ Yokogawa Electric Corporation глобаль үҙәге һәм JCCP эше менән танышыу ҙа инде.