9 декабрь, Йома

03 февраль 2011 йыл, 11:09

Павел Бикмурзин: «Башҡортостанда ғына марийҙар һаны артты»

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Павел Бикмурзин БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылды республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указына үҙ ҡарашын белдерҙе.

— Башҡортостан башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда өҫтөн тора, — тип билдәләне Павел Бикмурзин. – Беҙҙә, ғөмүмән, милләт-ара конфликттар тураһында мәсьәлә күтәрелмәй, сөнки ул юҡ. Оҙаҡ йылдар берлектәге тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Проблемалар килеп сыҡһа, бергәләп тикшерәбеҙ. Бөтә ил буйлап фин-уғыр халыҡтары кәмей бара. Шул иҫәптән Марий Илендәге мариҙар ҙа 1989 йылдан үҙ халҡының 6 процентын юғалтты. Башҡортостанда ғына һуңғы йылдарҙа мариҙар һаны артты. Был үҙе үк феномен бит. Әммә шул уҡ ваҡытта был республика етәкселегенең халыҡҡа ҡарата дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы тураһында ла һөйләй.  

темалар: милли сәйәсәт