Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан социаль картаны индереү тәжрибәһе менән уртаҡлаша

Йәмғиәт

2 февралдә Өфөгә Башҡортостандың социаль картаны индереү тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Хабаровск крайы делегацияһы килде.

Хабаровск крайының мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитет рәйесе Павел Уваров етәкселегендәге делегацияһы Башҡортостан социаль картаһын сығарыу механизмы һәм «Башҡортостан социаль  карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Берҙәм регистратураның эше менән танышты.

Ҡунаҡтар универсаль электрон карта ярҙамында дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен электрон төргә күсереү буйынса портал проекты һәм вәкәләтле ойошма инфокиоскыларында һәм банк-ҡатнашыусы банкоматында социаль карта ҡушымтаһының эше менән таныштырылды. Былар һалым ҡушымтаһы, Рәсәй Пенсия фонды ҡушымтаһы, Эске эштәр министрлығы ҡушымтаһы (банкоматта түләү), Росреестр ҡушымтаһы һәм врачҡа яҙылыу.

Шулай уҡ халыҡты социаль яҡлау территориаль органында «Башҡортостан социаль картаһы» проекты буйынса эшләү (анкета-заявкалар ҡабул итеү һәм социаль карталар биреү) күрһәтелде, ә ҡала медучреждениеларының береһендә (46-сы поликлиника) ҡунаҡтар  регистратура, врач һәм провизорҙың автоматлаштырылған эш урынында Башҡортостан социаль картаһының эше менән танышты, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть