10 декабрь, Шәмбе

03 февраль 2011 йыл, 10:00

БР парламенты спикеры Урал аръяғы райондарына юлланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев эш сәфәре менән Урал аръяғы төбәктәренә – Сибай ҡалаһына, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарына юлланды.

Әбйәлил районында һәм Сибай ҡалаһында ул муниципаль берәмектәр депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие һәм ойошмалар етәкселәре, мәктәптәр һәм уҡыу йорттары директорҙары, йәмәғәтселек вәкилдәре, журналистар, хакимиәттәрҙең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы студенттары менән осрашасаҡ.

Бынан тыш, республика парламенты спикеры Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин менән берлектә шәхси мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итәсәк.

4 февралгә Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында ла ошондай уҡ саралар үткәреү планлаштырылған, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының мабуғат хеҙмәте.