4 декабрь, Йәкшәмбе

03 февраль 2011 йыл, 9:02

Константин Толкачев: «Халҡыбыҙҙың күп милләтлелеге - ҙур байлыҡ»

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылды республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указына комментарий бирҙе, тип хәбәр итә парламенттың матбуғат хеҙмәте.  

«Был йөҙҙән ашыу милләт вәкиле тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән республикабыҙ өсөн айырыуса мөһим, һәм күп этнослыҡ кеүек күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының бер субъектынан да ҡалышмай. Беҙ халҡыбыҙҙың күп милләтлелеген проблема итеп түгел, ә баһалап бөткөһөҙ байлыҡ һәм мәҙәни күп төрлөлөк булараҡ ҡабул итәбеҙ. Бындай ҡараш республикала тормошҡа ашырылған дәүләт милли сәйәсәтенең нигеҙе булып тора», — тип белдерҙе Константин Толкачев.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙең уникаль субъекты. Унда бик күп милләт һәм халыҡ вәкилдәренең бергә дуҫ һәм татыу йәшәүенең баһалап бөткөһөҙ тарихи тәжрибәһе тупланған. Ҡайһы бер булдыҡһыҙ сәйәсмәндәрҙең Интернет сайттарында, Башҡортостанда өлгәшелгән милләт-ара татыулыҡты тикшереп, үҙ “йөҙөн” табырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа дусар. Бындай деструктив ғәмәлдәр аҡыллы күп милләтле халҡыбыҙҙа бер ваҡытта ла хуплау тапмаясаҡ, сөнки ул һәр саҡ яҡшыны ямандан, хәҡиҡәтте ялған ҡиммәттәрҙән айырырға һәләтле. Башҡорт халҡының мәҡәлендә әйтелгәнсә, бер биҙрә батҡаҡ Ағиҙелдең саф һыуын бысрата алмай.

— Тарихи тәжрибәне иҫәпкә алмай, күп быуаттар буйы халҡыбыҙ туплаған мәҙәни-рухи ҡиммәттәрҙе аҡыллы һәм уйлап файҙаланмай тороп республиканың артабанғы эҙмә-эҙлекле үҫеше мөмкин түгел,  тип белдерҙе парламент спикеры.

— Башҡортостандың уникаль байлыҡты – халыҡтарҙың тарихи берҙәмлеген, уларҙың күп быуатлыҡ дуҫлығын һәм туғанлығын даими үҫтереүенә шигем юҡ. Телде, һәр халыҡтың мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу – беҙҙең мөһим бурыс. Үҙенсәлеклелекте һаҡлап ҡалып һәм төрлө мәҙәниәттәрҙәге иң яҡшыһын ғына һеңдереп, үҙ халҡың, республикаң һәм илең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп кенә ысын хоҡуҡи дәүләт һәм демократик йәмғиәт төҙөүҙең ҡатмарлы бурыстарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә мөмкин, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.