Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Ҡаһирәнән эвакуацияланған 132 рәсәйле менән самолет Өфө аэропортына килде

Йәмғиәт

Урындағы ваҡыт менән 7 сәғәт 10 минутта «Өфө» Халыҡ-ара аэропортына "Ютэйр" авиакомпанияһының Мысыр Ғәрәп Республикаһынан 132 рәсәйле менән Ту-154 самолеты ултырҙы. Был рейс Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. «Өфө» аэропортының көтөү залынан «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе хәбәр итеүенсә, Ҡаһирә чартер рейсында — Башҡортостан Республикаһынан 37 кеше, 28 — күрше Татарстан вәкиле. Пассажирҙар араһында Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарынан: Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Ырымбур, Нижегородка, Пенза, Ульяновск, Силәбе өлкәләренән, Приморье крайынан һәм Мәскәүҙән кешеләр бар. Пассажирҙарҙан 20-һе — мәктәпкәсә тиклем йәштәге балалар.

Теги: Ҡаһирә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть