9 декабрь, Йома

02 февраль 2011 йыл, 17:47

Ҡаһирәгә «Өфө» аэропортынан самолет юлға сыҡты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан «ЮТэйр» авиакомпанияһының самолеты Ҡаһирәгә юлланды. Ул 2 февралдә 17 сәғәттә һауаға күтәрелде. Был турала аэропорттың белешмә хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ту-154 һауа судноһы Ҡаһирә вуздарында («Айн Шамс» Мысыр дәүләт университеты һәм «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университеты) белем алыусы Башҡортостан студенттарын алып ҡайтырға тейеш.  

Ҡаһирәлә Башҡортостандан 50-ләп студент бар. Йәштәр сыуалыштар барған ҡалала ҡалырға ҡурҡа һәм тыуған яҡтарына ҡайтырға теләй.

Мысыр ҡалаларында Хөсни Мөбәрәк сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ арҡаһында күләмле протест акциялары бара.