Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Соно Алиева: «Башҡортостан халҡы башҡа мәҙәниәт вәкилдәренә ихтирам менән ҡарай»

Сәйәсәт

Башҡортостанда йәшәгән ҡырғыҙҙар БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылды республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указын хуплай, тине Башҡортостан Республикаһындағы «Ала-Тоо» ҡырғыҙ мәҙәниәт үҙәге рәйесе Соно Алиева.

— Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеү көнүҙәк, — тип билдәләй Соно Алиева. – Айырыуса ул һуңғы арала беҙҙең илдә барған ваҡиғалар фонында бик урынлы. Күптән түгел Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Төньяҡ Кавказда булып үткән ваҡиғаларҙы барыбыҙ ҙа хәтерләйбеҙ. Милләт-ара дошманлыҡ фонында Башҡортостанда бындай ыҙғыштар булманы, ә республика Президентының инициативаһы, минең ҡарашҡа, кешеләр дуҫлығының нығыныуына булышлыҡ итәсәк. Беҙ, милли-мәҙәни беркмәләр етәкселәре, бергәләп байрамдар, фестивалдәр һәм башҡа саралар үткәрәбеҙ, республика халҡы араһында эш алып барабыҙ. Төбәктә оҙаҡ йылдар бергә йәшәү барышында кешеләр бер-береһен аңларға өйрәнде. Башҡортостан халҡы икенсе мәҙәниәт вәкилдәренә ихтирам менән ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть