8 декабрь, Кесе йома

02 февраль 2011 йыл, 16:45

БР халыҡтары ассамблеяһы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы иғлан ителеүҙе хуплай

автор: Марина Шумилова

— Беҙҙеке кеүек күп милләтле дәүләттә милләт-ара мөнәсәбәттәр менән даими шөғөлләнергә кәрәк, — тип билдәләне БР халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы иғлан ителеүгә аңлатма биреп. – Башҡортостан Республикаһы, бөтөн Рәсәй кеүек үк, күп милләтле төбәк. Шуға күрә лә республика етәкселеге лә, йәмәғәт ойошмалары ла милләт-ара мөнәсәбәттәр, был өлкәләге билдәле бер проблемаларҙы бөтөрөү менән һәр ваҡыт шөғөлләнде һәм шөғөлләнә.

Әхәт Мостафин республика етәкселегенең милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән даими осрашыу кәрәклеген билдәләне.  

— Бындай осрашыуҙар властар менән йәмәғәт берләшмәләре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ябайлаштыра, ни тиклем йышыраҡ осрашһаҡ, ҡаршылыҡтар һәм проблемалар шул тиклем аҙыраҡ буласаҡ, — тип билдәләне ул. – Мәҫәлән, был кәңәшмәлә күптән хәл ителмәгән бер нисә мәсьәлә бер юлы хәл ителде. Республика халыҡтарының мәнфәғәттәрен сағылдырыусы булып торған Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеүҙе хуплай. Беҙ республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыу буйынса үҙебеҙҙең саралар планын тәҡдим итәсәкбеҙ һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ.  

темалар: милли сәйәсәт