3 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2011 йыл, 15:45

Валерий Сидоров: «Милләт-ара мөнәсәбәттәр – нескә ҡыл»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан сыуаштары Канашы башҡарма комитеты рәйесе Валерий Сидоров республикабыҙҙағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нескә ҡыл тип атаны.

— Беҙ төбәк башлығы Рөстәм Хамитовтың йәмәғәтселек иғтибарын был тиклем мөһим темаға йәлеп итергә ҡарар итеүен ҙур энтузиазм менән ҡабул иттек, — тип аңлатты ул республикала 2011 йылды Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһында белдереүҙе. – Был беҙҙә Башҡортостанда йәшәүсе бөтә халыҡтар, шул иҫәптәп беҙҙең дә, проблемаларына республика етәкселеге кимәлендә етди иғтибар биреләсәгенә ышаныс уята. Милләт-ара мөнәсәбәттәр – нескә ҡыл. Һәм унда белгес булмағандар уйнарға тейеш түгел. Тарихта бындай хәлдәр күңелһеҙ тамамланған осраҡтар байтаҡ. Шуға күрә этностар араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә килеп тыуған мәсьәләләрҙе беренсе сиратта ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре хәл итергә тейеш.  

Туранан-тура беҙҙең халыҡҡа килгәндә, Башҡортостан сыуаштары вәкиле булараҡ, беҙ был ерҙә башҡа этностар менән бергә өс быуаттан ашыу йәшәйбеҙ. Был ваҡыт эсендә беҙҙең арала бер ниндәй ҙә ығы-зығы тыуғаны юҡ.