Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфөнән Ҡаһирәгә башҡорт студенттарын алырға самолет ебәрелә

Йәмғиәт

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан «ЮТэйр» авиакомпанияһы самолеты Ҡаһирәгә осорға әҙерләнә. Ул урындағы ваҡыт менән 14 сәғәттә осорға тейеш. Һауа судноһы Башҡортостандан Ҡаһирәлә Әл-Әзһәр Халыҡ-ара ислам университетында уҡыған 50 студентты алып ҡайтырға тейеш. Хәҙер улар сыуалыштар солғап алған ҡалала бик ҡыйынлыҡтар кисереп йәшәй һәм тиҙерәк тыуған илдәренә ҡайтырға теләй.  

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, «ЮТэйр» авиакомпанияһы Ту-154 самолетын бирә. Ул Рәсәйгә осорға теләүселәрҙең барыһын да аласаҡ. Ҡаһирәлә быйыл Рәсәйҙән бөтәһе 190-лап студент уҡый.  

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге сыуалыштың тәүге көндәренән алып Башҡортостандан студенттарҙың хәлен белешеп тора. Мәғлүм булыуынса, ҡатмарлы сәйәси шарттар һәм сыуалыштар менән бәйле Мысырҙа ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть