10 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2011 йыл, 14:17

2020 йылға төбәк торлаҡ-коммуналь хужалығы энергия сығымдарын кәметәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Тармаҡты үҫтереүҙең яңы стратегияһына ярашлы, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығын тамырынан яңыртыу көтөлә. Яңы стратегияның төп тезистарын БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирек Ялалов Өфөлә үткән республика кәңәшмәһендә әйтеп үтте. Ведомство башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡты артабан үҫтереүҙең төп юлдарын билдәләне. Бөтөн сараларҙың төп бурысы – хеҙмәтләндереүҙәр сифатын яҡшыртыуҙы тәьмин итеү.

Ирек Ялалов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын тармаҡ 2020 йылда сығырға тейешле күрһәткестәргә йүнәлтте.

— Күп фатирлы йорттарҙың бер квадрат метрын йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүгә дөйөм энергия тотоноу йылына 52 килограмм шартлы яғыулыҡтан ашмаҫҡа тейеш, — тине министрлыҡ башлығы. — Был 2009 йыл кимәленең 64 проценты.

Тәүлегенә бер кешегә һыу ҡулланыу 180 литрҙан ашмаҫҡа тейеш. Ә коммуналь объекттарҙың максималь туҙыу кимәле 30-40 проценттан артырға тейеш түгел.