8 декабрь, Кесе йома

02 февраль 2011 йыл, 12:30

Николай Герасимов: Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә проблемалар юҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2011 йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Был туралағы Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.  

— Башҡортостан милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәйгә һәр ваҡыт өлгө булды, — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһындағы Мордва милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Николай Герасимов. — Республикала халыҡтар араһында һәр ваҡыт консенсус булды. Барыһы ла күрә, беҙҙә бер кем менән дә бер ниндәй ҙә конфликттар юҡ. Кешеләр милләтенә, мәҙәниәте һәм теленә ҡарамай, бер-береһен ихтирам итә.  Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылын иғлан итеү республикала йәшәгән халыҡтарҙың үҙ-ара аңлашыуын яҡшыртасаҡ ҡына, тип уйлайым.

темалар: милли сәйәсәт