4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2011 йыл, 12:21

Йомағужа ГЭС-ында гидроагрегатҡа капиталь ремонт тамамланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Йомағужа һыуһаҡлағысында 1-се гидроагрегатҡа капиталь ремонт тамамланды. Уҙған йылдың 15 октябрендә башланған эштәр тулы күләмендә башҡарылды. «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең мабуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ГЭС файҙаланыуға тапшырылғандан һуң үткән беренсе капиталь ремонт был.

Файҙаланыу һәм техник хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, гидроагрегаттарға капиталь ремонт, уларҙың техник торошона ҡарап, биш-ете йылға бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Йомағужа ГЭС-ының беренсе гидроагрегаты 2004 йылдың 5 октябрендә файҙаланыуға тапшырылған һәм 2010 йылдың октябренә тиклем ул алты йыл эшләгән.

Капиталь ремонт барышында гидроагрегатта ғәҙәттәге эштәр күләме башҡарылған. Белгестәр эш дауамында ҡорамалдарҙа етди дефекттар тапмаған. Гидроагрегат торошо ҡәнәғәтләнерлек тип табылған. Был факт гидроэлектростанцияла ҡуйылған заманса ҡорамалдың ышаныслылығы тураһында ғына түгел, уны дөрөҫ эксплуатациялауҙары хаҡында ла һөйләй.