Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Яҙын Өфөлә Инновацион-сәнәғәт салоны үтәсәк

Иҡтисад

9 мартта Өфөлә Инновацион-сәнәғәт салоны асыласаҡ. Был ваҡиға Башҡортостанда күргәҙмәләр сараларының яҙғы-йәйге миҙгелен аса, ул республикалағы һәм илдәге һуңғы фәнни, техник, технологик ҡаҙаныштарҙы күрһәтергә тейеш.

Быйылғы салон дүрт махсус күргәҙмәне берләштерә: «Промэкспо», «Станоктар һәм инструменттар», «Насостар һәм компрессорҙар», «Махсус кейем. Хеҙмәтте һаҡлау».

Башҡортостан күргәҙмә компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Инновацион-сәнәғәт салоны-2011-ҙә ҡатнашыусыларға Ишембай станоктар эшләү заводына барыу, «Металл эшкәртеү технологияларында һәм металл эшкәртеү машиналары һәм комплектлау изделиелары конструкцияларында заманса тенденциялар» конференцияһында, шулай уҡ «Ремонт. Тергеҙеү. Реновация» II Бөтөн Рәсәй конференцияһында, машиналар эшләү производствоһына идара итеү һәм ойошмаларҙа эш урындарын аттестациялау буйынса мөһим темаларға семинарҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге биреләсәк.

«Махсус кейем. Хеҙмәтте һаҡлау» махсус күргәҙмәһе сиктәрендә «ProFashion» махсус кейем күрһәтеү конкурсы үткәреләсәк. Конкурс, махсус кейем уңайлы ғына түгел, матур ҙа булырға тейешлеген иҫбатлап, профессиональ моданы үҫтереү тенденцияһын күрһәтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть