5 декабрь, Дүшәмбе

02 февраль 2011 йыл, 11:41

2011 йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде

автор: Евгений Рәхимҡолов

2011 йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Тейешле указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Был турала төбәк башлығы шишәмбе кис Башҡортостандың милли үҙәктәре етәкселәре менән осрашыу ваҡытында хәбәр итте.

— Был барыбыҙ өсөн дә мөһим ҡарар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Милләт-ара, шулай уҡ конфессия-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы бөгөн төрлө сәбәптәр арҡаһында беренсе планға сыға. Беҙҙең барыбыҙға ла быйыл халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү, бөгөн булған аңлашылмаусылыҡтарҙы бөтөрөү өҫтөндә яҡшылап эшләргә кәрәк. Бер ваҡытта ла, бер ниндәй шарттарҙа ла беҙҙә милли конфликттар проблемаһы тыумаһын өсөн беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ.

Дөйөм алғанда, республикабыҙҙа, шулай уҡ тотош илебеҙҙә лә милләт-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы, Башҡортостан башлығы фекеренсә, сиктән тыш сәйәсиләштерелгән. Ул йыш ҡына иҡтисад, халыҡтарҙың рухи үҫеше кеүек башҡа мөһим проблемалар арҡаһында тыуа.

— Милләт-ара проблемалар үҙенән-үҙе тыумай, улар һәр ваҡыт заманыбыҙҙың башҡа мөһим реалийҙары артынан килә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ә был, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу төбәктең иҡтисадын нығытыуға, мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм социаль шарттарҙы яҡшыртыуға туранан-тура бәйле булырға тейеш, тигәнде аңлата.