3 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2011 йыл, 11:00

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға дәғүә итеүселәр асыҡланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын биреү буйынса комиссияһы, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап, конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:

Яҙыусы Андреев Николай Владимировичты – «Девочка-облако» әкиәте өсөн.

«Бельские просторы» журналы мөхәрририәте Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһы менән күрһәтелгән;

«Бельские просторы» журналы мөхәрририәте Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһының шиғриәт бүлеге мөхәррире Грахов Николай Леонидовичты – «Лошадь Матильда и другие истории» Шиғырҙар. Тәржемәләр. Проза» китабы өсөн.

«Бельские просторы» журналы мөхәрририәте Башҡортостан Республикаһы ҡаҙна предприятиеһы менән күрһәтелгән;

Профессиональ яҙыусы Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙын – «Ҡолонсаҡ» һәм «Турғайҙар рәхмәте» китаптары өсөн.

«БР Яҙыусылар ойошмаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән күрһәтелгән;

БР Композиторҙар ойошмаһы идара ағзаһы, «З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы» юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһының композиция кафедраһы доценты Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улын – мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс кластарҙа уҡыған балалар өсөн яҙылған «Йәмле йәй килде» йырҙар йыйынтығы һәм «Сказки, игры, хороводы» хор йыйынтығы өсөн.

«БР Композиторҙар ойошмаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән күрһәтелгән.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә күрһәтелгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙы, матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында, шулай уҡ хат аша 2011 йылдың 25 февраленә тиклем үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен еткереүҙәрен һорай.

Комиссияның адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 215-се бүлмә, телефоны 250-09-68.

темалар: премиялар