7 декабрь, Шаршамбы

02 февраль 2011 йыл, 10:24

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды 700 миллион һум бүлде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостанға быйылғы йылға өҫтәмә рәүештә 700 миллион һум аҡса бүлде. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидарис Багаев хәбәр итте. 185-се Федераль законға ярашлы, республикала 2008-2010 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса, шул иҫәптән торлаҡ баҙарын үҫтереүҙе дәртләндереү кәрәклеген иҫәпкә алып, биш адреслы программа ғәмәлгә ашырылды.    

Күрһәтелгән программалар буйынса граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә средстволарҙың дөйөм күләме, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды күсергән өс миллиард һумдан ашыу аҡсаны индереп, биш миллиард ярым һумдан ашыу тәшкил итте.  

Фонд бүлгән лимиттар төбәктә йыл ярым эсендә тулыһынса һәм ваҡытында үҙләштерелде. Шуға бәйле граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы фонд яғынан өҫтәмә бонустар арҡаһында эшләүен дауам итте.  

— Лимиттарҙы ваҡытында үҙләштереү буйынса республика Рәсәй Федерацияһының тәүге биш төбәге иҫәбенә инә. Шуға күрә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостанға быйылға өҫтәмә средстволар бүлде. Үҙ сиратында республика программаны бойомға ашырыу өсөн ҡушма финанслауға 255 миллион һум аҡса бүлә, — тип аңлатты БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов. – Әгәр беҙ был сумманы йыл аҙағына тиклем үҙләштереп бөтөрә алһаҡ, фонд беҙгә өҫтәмә бонустар бүлергә әҙер.