4 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2011 йыл, 10:01

Башҡортостан вуздары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәйҙә юғары уҡыу йорттары араһында «Сәләмәт йәшәү рәүеше вузы» конкурсы старт алды. Ярыш РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән ойошторолған.

Жюри юғары уҡыу йорттарының студенттар һәм уҡытыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырыу, матди-техник базаһын нығытыу, педагогтарҙы физкультура һәм спорт дәрестәренә йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлеген баһалаясаҡ.

Заявкалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Конкурсҡа йомғаҡ 2011 йылдың апрелендә Воронеж ҡалаһында үтәсәк «Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!» икенсе бөтә Рәсәй студенттар форумында яһаласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында.