11 декабрь, Йәкшәмбе

02 февраль 2011 йыл, 9:10

Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары итеп Марат Мәһәҙиев тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Марат Мәһәҙиевты республиканың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары итеп тәғәйенләне.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советына етәкселек итеү тәҡдимен Марат Мәһәҙиев 2010 йыл аҙағында алған. Ағымдағы йылдың ғинуарында Рәсәй Президенты Указы менән ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығың республика буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатыла.  

Мәһәҙиев Марат Шәриф улы 1962 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. Д.И.Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтының Яңы Мәскәү филиалын тамамлай.

1979-1980 йылдарҙа – "Салауатнефтехиммаш" етештереү берекмәһенең КИПиА слесары.

1980-1985 йылдарҙа – Мәскәү химия-технология институтының Яңы Мәскәү филиалы суденты.

1985-1987 йылдарҙа – Стәрлетамаҡтың "Каустик" етештереү берекмәһендә смена начальнигы, өлкән технолог.

1987-1990 йылдарҙа – ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты икенсе секретары, беренсе секретары.

1990-1995 йылдарҙа –БАССР Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса даими комиссия рәйесе.

1995-1996 йылдарҙа – БР тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү министрының беренсе урынбаҫары.

1996-1998 йылдарҙа – БР ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек министрының беренсе урынбаҫары.

1998-2000 йылдарҙа – БР граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары, министр вазифаһын башҡарыусы.

2000-2005 йылдарҙа – БР граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министры.

2005 йылдан 2011 йылдың ғинуарына тиклем – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы.

Марат Мәһәҙиев Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Почет билдәһе, «Гуманитар ярҙам өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.