10 декабрь, Шәмбе

02 февраль 2011 йыл, 8:56

Рөстәм Хәмитов Белорет районында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡушты

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевҡа Белорет районында йөк поезы һәләкәткә осраған урындағы экологик хәлгә баһа бирергә һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү буйынса саралар күрергә ҡушты.  

«Уның эргәһендәге территорияны реабилитациялау үткәрергә, авария урынын нефть продукттары ҡалдыҡтарынан таҙартырға кәрәк. Яҙын ирегән ҡар һыуҙары менән уларҙың Инйәр йылғаһына ағып төшөүенә юл ҡуйырға ярамай. Экологик зыян мөмкин тиклем кәметелергә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы шулай уҡ экологик эҙемтәләрҙең яҡындағы тораҡ пункттарына таралыуына юл ҡуймау кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.  

Тимер юлдағы һәләкәт 30 ғинуарҙа Башҡортостандың Белорет районында була. Төлмәй станцияһы эргәһендә бензин һалынған дүрт цистерна түңкәрелә, уларҙың өсәүһе яна башлай. Авария урынына шунда уҡ янғын расчеттары һәм ике ремонтлау һәм янғын һүндереү поезы килеп етә. Махсус төҙөлгән комиссия авария сәбәптәрен һәм матди зыян күләмен билдәләргә тейеш. Поездың һәләкәткә осрауының төп сәбәбе итеп бер вагондың рамы һыныуы ҡарала, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.