7 декабрь, Шаршамбы

01 февраль 2011 йыл, 17:21

Башҡортостан милиционерҙары Кавказға юлланды

автор: Ольга Мортазина

Кинологтар, йәмәғәт именлеге милицияһы һәм махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды хеҙмәткәрҙәре Төньяҡ Кавказға командировкаға юлланды. 170 кеше ярты йыл элек Чечен Республикаһына киткән үҙҙәренең хеҙмәттәштәрен алмаштырасаҡ. Башҡортостан милиционерҙары Чечняның Ножай-Юрт һәм Урус-Мартан райондарындағы блог-постарҙа хеҙмәт итә. Республикаға террорсылар һәм боевиктарҙы индермәү — уларҙың төп бурысы. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, командировкаға киткәндәрҙең барыһы ла полигонда һәм ялан шарттарында күнекмәләр үткән. Тәғәйенләнгән урынға милиционерҙар автобустарҙа барасаҡ, уларға бер мең ярым километр юл үтергә тура киләсәк. Колоннаны ҡоралландырыу һәм махсус техник  средстволар менән тәьмин итеү төркөмө оҙатып бара.

темалар: хәрби хеҙмәт