Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы һаулыҡ һаҡлау системаһының хоҡуҡ базаһын яңырта

Сәйәсәт

Һаулыҡ һаҡлауҙы реформалаштырыуҙы үҫтереү был өлкәлә закондарҙы үҙгәртеүҙе талап итә, тип билдәләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева.

Ул һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялауға ярашлы ҡануниәт базаһын яңыртыу тураһында һөйләне. 2010 йылда Дәүләт Думаһы был өлкәлә ике бик мөһим закон ҡабул итте: дарыуҙарҙың әйләнешен көйләүсе закон (ул дарыу препараттарының хаҡы һәм сифаты айҡанлы граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәренә реакция булды) һәм Рәсәй Федерацияһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҙгәртеүсе мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында закон.

— Бер ай эсендә Дәүләт Думаһына халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороуҙың яңы системаһын аныҡ билдәләйәсәк өсөнсө закон проекты киләсәк — «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында», — тип хәбәр итте депутат. — Былтыр июлдән РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы сайтында уны киң тикшереү бара, бик күп иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр килде, — тине Сәлиә Мырҙабаева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть