Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Сауҙа предприятиеһы сифатһыҙ һауыт-һаба ебәреүсе менән хеҙмәттәшлектән баш тартты

Иҡтисад

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы «Ғинуар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сауҙа предприятиеһы һатҡан бер партия сифатһыҙ һауыт-һабаны бракка сығарҙы. «Башинформ» агентлығы был факт тураһында хәбәр иткәйне инде (http://www.bashinform.ru/news/335575/). «Ғинуар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат секретары Роман Щёкотов шуға бәйле сауҙа предприятиеһы күргән саралар тураһында хәбәр итте.

— Беҙ һатып алыусыларҙың һәр дәғүәһенә иғтибар итәбеҙ һәм, гражданлыҡ яуаплылығы күрһәтеп, «Роспотребнадзор»ға мөрәжәғәт иткән һатып алыусыға рәхмәт әйтергә теләйбеҙ. Әлбиттә, беҙ һатып алыусыға сифатһыҙ тауар һатып алыуға тотонған аҡсаһын тулыһынса ҡайтарҙыҡ һәм күҙәтеү ведомствоһы үткәргән тикшереү һөҙөмтәләренә тулыһынса ышанабыҙ.

Роман Щёкотов әйтеүенсә, рәсми экспертиза һығымтаһына тиклем үк һатыусылар шикле һауыт-һаба партияһын тулыһынса һатыуҙан алды.

— Беҙҙең өсөн ҡалабыҙ халҡының һаулығы һәм үҙ репутациябыҙ мөһим, шуға күрә лә был һауыт-һабаны оҙатыусы предприятие менән хеҙмәттәшлекте артабан дауам итмәйәсәкбеҙ, — тип ышандырҙы Роман Щёкотов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть