9 декабрь, Йома

01 февраль 2011 йыл, 14:38

Ял көндәренә Башҡортостанда йылытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Яҡын арала Башҡортостанда һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Ваҡыты менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, төнөн һауа температураһы минус 15-20 градус тәшкил итәсәк. Аяҙытҡанда минус 28 градусҡа етәсәк. Көндөҙ 10-15 градус һыуыҡ буласаҡ.

— Аҙна аҙағына көндәрҙең йылыныуы көтөлә, — тине ул. – Республикала яңынан ҡарлы һәм буранлы көндәр башланыуы ихтимал. Ял көндәрендә юлдарға ҡар һалыуы көтөлә. Һауа температураһы 5-10 градус нулдән түбән буласаҡ.

темалар: һауа торошо