4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2011 йыл, 14:02

Өфөлә дәүләт хеҙмәттәренә түләү өсөн күп функциялы үҙәк асыу планлаштырыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә дәүләт хеҙмәттәренә түләү буйынса күп функциялы берҙәм үҙәк асыу планлаштырыла. Был турала шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, илдең бөтөн төбәктәрендә ошондай үҙәктәр булдырыу мәсьәләһе Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың уҙған аҙнала Ырымбурҙа үткәргән кәңәшмәһендә әүҙем тикшерелгән. Унда Павел Качкаев та ҡатнашҡан.

— Бындай үҙәктәр илдең 16 төбәгендә, шул иҫәптән кәңәшмә үткән Ырымбурҙа асылған, — тине ҡала башлығы. –Уларҙа халыҡ ерҙән файҙаланыуға һәм электр утына тиклем 80 төрлө хеҙмәт өсөн түләй ала. 2011 йылдың уртаһына тиклем Өфөлә ошондай бер үҙәк булһа ла асылырға тейеш. 2012 йылдың июленә тиклем  бындай үҙәктәрҙең илдең бөтөн төбәктәрендә лә асылыуы күҙаллана.