10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2011 йыл, 13:50

Страховкалау баҙары үҫтереләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шишәмбе, 1 февралдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «РОСНО» Страховкалау компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Чопра менән протокол осрашыуы үткәрҙе. Республика башлығы фекеренсә, төбәктә страховкалау баҙарын үҫтерергә кәрәк.

Чопра әфәнде, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының был тармаҡ өсөн перспективалы субъекты булып тора, тип билдәләне.

— Мин республикала страховкалауҙың бөтә сегменттарын үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр күрәм, — тине ул. – Был йүнәлештең төбәк етәкселегендә яҡлау табыуы ҡыуаныслы. Беҙ страховкалауҙың бер нисә төрөн тәҡдим итәбеҙ. Улар барыһы ла граждандарҙың йәшәйеш именлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Беҙ шулай уҡ ислам страховкалауын (такафул) тәҡдим итергә лә әҙербеҙ. Ул традицион страховкалауҙан ислам нормаларына тап килеүе менән айырылып тора.  

«РОСНО» Страховкалау компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 1991 йылда ойошторола һәм Рәсәйҙең иң ҙур универсаль страховкалау компанияларының береһе булып тора. Уның клиенттары ҡарамағында 130-ҙан ашыу ирекле һәм мотлаҡ страховкалау төрө. «РОСНО»ның төбәк селтәренә территориаль билдәһе буйынса 8 дирекцияға берләштерелгән 88 филиал һәм Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарындағы 383 агентлыҡ инә.