11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2011 йыл, 13:48

«Президент-отель» Өфөнө яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итә

автор: Сергей Захаров

«Президент-отель» ҡунаҡхана комплексы Өфө халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына Өфө һәм Башҡортостан буйлап төрлө пландағы күргәҙмә экскурсиялар тәҡдим итә.

Атап әйткәндә, «Тотош Өфө» экскурсия туры Дуҫлыҡ Монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә һәм баш ҡаланың башҡа төрлө иҫтәлекле урындарына барыуҙы үҙ эсенә ала.  

Экскурсия пакетына трансфер ҙа инә, сит телдәр белгән гидтарҙың оҙата барыуы ла ихтимал.

4-5 сәғәтлек экскурсияларға ваҡыты булмаған кешеләргә консультанттар ике сәғәт самаһы оҙайлыҡтағы ҡыҫҡартылған индивидуаль экскурсиялар тәҡдим итә ала.

Тулыраҡ мәғлүмәтте  www.presidenthotel.ru сайтынан алырға мөмкин.