3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2011 йыл, 12:55

Өфөлә һыу ресурстарын һаҡлау буйынса конференция үтәсәк

автор: Светлана Ғәфүрова

16 февралдә Өфөлә, Президент-отелдә, «Башҡортостан Республикаһында һыу бүлеү һәм һыу ресурстарын һаҡлау» конференцияһы үтәсәк.

Конференцияла БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, БР ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлегенең экологик именлеге буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Хәлит Мәхмүдовтың, Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Горячевтың, БР Экологтар союзы рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса эш төркөмө етәксеһе Александр Веселовтың, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Франис Сәйфуллиндың, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе Юрий Дудниковтың, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Кислициндың, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздинаның, идара органдары, фән һәм бизнес вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

Бында һыу ресурстарын һаҡлау буйынса яңы талаптар, уларҙы ҡулланыуға индереүҙең хоҡуҡи, фәнни һәм производство аспекттары хаҡында һүҙ барасаҡ.