11 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2011 йыл, 11:13

Республика Хөкүмәтенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре раҫланды

автор: "Башинформ"

31 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың 13 министрлығы һәм 4 дәүләт комитеты буйынса төп эш һөҙөмтәлелеге күрһәткестәрен (KPI) раҫланы.

Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, министрлыҡтарҙың һәм дәүләт комитеттарының өҫтөнлөклө бурыстар карталарын һәм эшмәкәрлек һөҙөмтәлелегенең төп күрһәткестәрен төҙөү проекты былтыр көҙ БР Иҡтисади үҫеш министрлығында Рөстәм Хәмитовтың инициативаһы менән башланды.

Эштәр барышында министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары етәкселәре республиканың хужалыҡ итеү тармаҡтары һәм социаль тормош өлкәләре эшмәкәрлегенә SWOT-анализдар үткәрҙе. Алынған һөҙөмтәләр нигеҙендә көслө яҡтарҙы көсәйтеү һәм тышҡы мөмкинлектәрҙе файҙаланыу, шулай уҡ йомшаҡ яҡтарын һәм тышҡы мөхит янауҙарын төҙәтеү һәм компенсациялау буйынса тәҡдимдәр төҙөлдө, уларҙан республика алдына 2011 йылға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү күҙлегенән иң мөһимдәре һайлап алынды.

Министрлыҡтарҙың һәм дәүләт комитеттарының Президент тарафынан раҫланған өҫтөнлөклө бурыстар карталары һәм KPI күрһәткестәре БР Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми сайтында баҫыласаҡ. Артабан тышҡы һәм эске мөхит үҙгәрештәрен иҫәпкә алып, карталарҙы квартал һайын төҙәтергә планлаштырыла.  

Бындай карталар бөтә башҡарма власть органдары өсөн эшләнәсәк, шулай уҡ республиканың юғары етәкселеге өсөн — шәхси KPI күрһәткестәре.