8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2011 йыл, 12:12

Өфө мәктәптәре карантинға ябыла башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Киҫкен респиратор вируслы инфекция таралыуы арҡаһында Өфө мәктәптәрен карантинға яба башланылар. Был турала шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Бөгөн тәүге белем биреү учреждениеһы ябылды, — тине ул. – Был 46-сы мәктәп, унда уҡыусыларҙың яртыһы ауырый.

Павел Качкаев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың баш ҡалаһында вируслы инфекция менән ауырыусы 11 мең кеше теркәлгән. Шуларҙың дүрттән өс өлөшө – уҡыусылар. Ҡала башлығы фекеренсә, мәктәптәргә эпидемия башланыуын көтөргә кәрәкмәй. Әгәр программаны каникул ваҡытында үтеп өлгөрөргә мөмкин булһа, карантинға бер нисә көнгә алдараҡ ябылып, ауырыу таралыуына юл ҡуймауың яҡшыраҡ.