Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандан журналист — Бөтөн Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Йәмғиәт

Билдәле журналист Мадриль Ғәфүров 2010 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Журналистар союзы тарафынан үткәрелгән Бөтөн Рәсәй конкурсының «Журналист тикшереүе» номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Өс йыл буйына журналист Кушнаренко районы хакимиәтенең элекке башлығы Сергей Касаткиндың законһыҙ эш итеүҙәренә ҡаршы көрәш алып бара. Кушнаренко районындағы коррупция тураһында материалдар серияһы күп кенә республика гәзиттәрендә, шул иҫәптән Мадриль Ғәфүров үҙе ойоштороусыһы һәм мөхәррире булған «Евразийский проспект» гәзитендә баҫылып сыға.

Журналист тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса Сергей Касаткин вазифаһынан бушатыла һәм яуапҡа тарттырыла.

Бөтөн Рәсәй конкурсына журналисты «Коммунист Башкортостана» гәзите коллективы күрһәтә, ә уның кандидатураһын БР Журналистар союзы хуплай.

Бүләкте тапшырыу өсөн Мадриль Ғәфүровты Мәскәүгә, 11 февралдә үтәсәк «Матбуғат балы»на саҡырҙылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть