5 декабрь, Дүшәмбе

01 февраль 2011 йыл, 8:55

Баш ҡаланың иң көслө уҡытыусыһын һайлаясаҡтар

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн, 1 февралдә, Өфөнөң М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһында «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы–2011» конкурсын асыу тантанаһы үтәсәк.

Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» исеменә 55 конкурсант дәғүә итә. Ойоштороусылар уларға ярайһы уҡ ҡатмарлы һынауҙар әҙерләгән. Конкурста ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр үткәрергә, синыфтан тыш саралар үткәрергә, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тура киләсәк. Бынан тыш, уҡытыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, лекция менән сығыш яһауҙар, дебаттар көтә. Конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.

Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының мәғлүмәт-белем биреү порталы менән файҙаланыусылар «Иң яҡшы инновацион проект» өсөн интернет аша тауыш бирә ала.

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсы тәүге тапҡыр 1997 йылдың ғинуарында ойошторола. Шул ваҡыттан алып унда бөтәһе 800-ҙән ашыу уҡытыусы үҙен һынап ҡарай.