Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Европа» хужалары һәләк булған эшсенең ғаиләһенә фатир алып бирәсәк

Йәмғиәт

Өфөнөң «Европа» мода үҙәгендәге янғын ҡорбандары сауҙа-күңел асыу комплексы милекселәренән матди ярҙам аласаҡ.

— Һәләк булған эшсе Евгений Жемчуговтың тол ҡалған ҡатынына һәм балаларына 50 мең һум күләмендә аҡсалата компенсация түләнде лә инде, бынан тыш, уларҙың фатир мәсьәләһе хәл ителәсәк. Комплекстың һәләк булған клиенты ғаиләһе кәмендә бер миллион һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ. Тикшереү материалдарында теркәлгән һәр зыян күреүсе 25-әр мең һум аҡса аласаҡ, — тип хәбәр итте «Европа» компанияһы идаралығы башлығы Александр Герсон: уның етәкселегендәге ойошма бинаны файҙаланыуҙы һәм арендаторҙар менән эште тәьмин иткән.  

Герсон, түләүҙәр ошо араларҙа уҡ — тикшереү тамамланғанға тиклем һәм уның һөҙөмтәләренә ҡарамаҫтан — тапшырыласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бының өсөн махсус рәүештә «Европа» мода үҙәге милексеһе ҡушыуы буйынса янғын ваҡытында зыян күреүселәргә коммерция булмаған ҡала ярҙам фонды ойошторолдо, ул артабан да эшләүен дауам итәсәк.  

«Европа» комплексында ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәһендә ике кеше һәләк булды һәм һигеҙ кеше дауаханаға оҙатылды. Был факт буйынса «Ремонт эштәре үткәргәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть