8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2011 йыл, 9:10

Ер һәм милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү концепцияһын әҙерләү менән махсус комиссия шөғөлләнәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән республикала 2012-2016 йылдарға БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү концепцияһын әҙерләү буйынса ведомство-ара комиссия төҙөлә.

Уға 30 сентябргә тиклем үрҙә әйтелгән документ проектын төбәк башлығына ҡарауға бирергә ҡушылды.

Бойороҡтоң үтәлешенә контроллек итеү Президент Хакимиәтенә йөкмәтелде, тип хәбәр итә республика башлығы матбуғат хеҙмәте.