8 декабрь, Кесе йома

31 ғинуар 2011 йыл, 17:13

Белорет металлургтары етенсе «Хеҙмәт вахтаһы»на йомғаҡ яһаны

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинатында «Хеҙмәт вахтаһы» ярышына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, комбинатта төп һөнәр вәкилдәре араһында производство ярышы өс ай буйына барҙы. Был «Хеҙмәт вахтаһы» иҫәбе буйынса инде етенсеһе. Производство беренселегендә предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе 300-ләп эшсе ҡатнашты.

«Һөнәре буйынса иң яҡшы» исеме предприятиеның 22 эшсеһенә бирелде. Ярышҡа йомғаҡ яһағанда комиссия технологияны боҙоуҙар һәм ҡулланыусыларҙан ярышта ҡатнашыусы етештергән продукцияға дәғүә булмауын, «вахта» осоронда йөкләмәләрҙе даими арттырып үтәүҙе иҫәпкә алды. Шулай уҡ эш урынын өлгөлө тотоу, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен һәм хеҙмәт дисциплинаһын күҙәтеү, ҡорамалдарҙы капиталь һәм ағымдағы ремонтлауҙы сифатлы итеп башҡарыу, оҡшаш һөнәр үҙләштереү һәм кәңәшсе-тәрбиәселек алып барыу баһалауҙың мөһим критерийҙары булып торҙо.  

Бындай саралар үткәреү зарур. Хеҙмәткәрҙәрҙе мораль һәм матди дәртләндереү эштә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ оҫталығын күтәреүгә булышлыҡ итә.  

«Хеҙмәт вахтаһы» еңеүселәрен «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелин һәм предприятиеның профсоюз комитеты рәйесе Георгий Хлесткин ҡотланы  һәм тырышып эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.