9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2011 йыл, 16:27

Республиканың Сифат буйынса комиссияһы Көмөш дипломға лайыҡ булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәскәү өлкәһендә сифат буйынса төбәк комиссиялары вәкилдәренең кәңәшмәһе үткәрелде, уны «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Программаһы дирекцияһы ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә 2010 йыл конкурсына йомғаҡ яһалды һәм быйыл үтәсәк «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсы методик материалдары тәҡдим ителде.

Сифат буйынса төбәк комиссиялары рейтингында (улар бөтәһе 77) Башҡортостан конкурс үткәрелгән бөтөн йылдар дауамында ышаныслы алда бара. Был юлы ла республикабыҙҙың конкурс комиссияһы Программаның Көмөш дипломы менән наградланды. Дипломдарҙы Сифат проблемалары академияһының беренсе вице-президенты, Программаны ойоштороусылар советы рәйесе урынбаҫары Борис Бойцов тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Сифат буйынса төбәк комиссияһы исеменән БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең мәғлүмәт бүлеге начальнигы Марина Сәйфемөлөкова ҡатнашты.

Тиҙҙән «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы булып торған «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2011» республика конкурсы старт ала. Былтыр был конкурста республиканың 100 предприятиеһы ҡатнашты, уларҙың 64-е Программа дипломдары алды.