3 декабрь, Шәмбе

31 ғинуар 2011 йыл, 15:43

Студенттар Ҡаһирәлә дөйөм ятаҡта ҡамалып ҡалды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ҡаһирәлә Әл-Әзһәр Халыҡ-ара ислам университетында уҡыған бер төркөм студенттар университеттың дөйөм ятағында ҡамалып ҡалған. Улар араһында — Башҡортостандан БР мосолмандарының Диниә назараты тарафынан уҡырға ебәрелгән 50-ләп студент.  

Студенттарҙың береһе хәбәр итеүенсә, уларҙың бер тәүлеккә етерлек аҙыҡ-түлек запасы ҡалған. Студенттар, самолет ебәреп, үҙҙәрен Рәсәйгә алып сығыуҙарын үтенә.

БР мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре һәм ижтимағи бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Руслан Саяхов хәбәр итеүенсә, студенттар менән бәйләнеш бер яҡлы ғына: Мысырҙан балалар үҙҙәре генә шылтырата ала.

— Беҙ был балалар тураһында Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге Вәкиллегенә һәм БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советҡа хәбәр иттек, — тип билдәләне Руслан хәҙрәт. – Мин уларға балаларҙың телефондарын бирҙем, хәлдәрен аңлатып һөйләнем. Студенттар үҙҙәре беҙ нимә әйтһәк, шуны эшләргә әҙер.  

Мысырҙа сыуалыштар дауам итеүе арҡаһында студенттарҙың уҡыуы туҡтатылған. Дөйөм ятаҡта Рәсәйҙән бөтәһе 120 кеше.  

БР Президенты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Президенты Хакимиәте Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте аппаратының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр департаментына, РФ Сит ил эштәре министрлығына, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына студенттарға ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүҙәрен һорап мөрәжәғәт ебәргән.