9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2011 йыл, 15:02

Немец умартасылары тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Башҡортостанға килергә йыйына

автор: Ғәлиә Нәбиева

Умартасылыҡ өлкәһендәге немец белгестәре Берлиндағы «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, Башҡортостандың умартасылыҡ өлкәһендәге фәнни-производство эшмәкәрлеге ярайһы уҡ юғары кимәлдә, тип таныны һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн республикаға килергә теләк белдерҙе.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә сиктәрендә Европа һәм БДБ илдәренән умартасыларҙың кәңәшмәһе үткәрелгән. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһының Башҡорт дәүләт аграр университетының  биология, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ кафедраһы менән берлектә умартасылыҡ продукцияһы етештереүҙең интенсив технологияһы өлкәһендәге ғилми эшкәртмәләре ғалимдарҙа һәм практиктарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.

Шулай уҡ Германияның умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты менән инә ҡорттарҙы яһалма аталандырыу, бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелгән.